Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Ноябрь 2020, 07:35

“Тамға” оҫталарҙы саҡыра!

Республикала башҡорт милли кейеме оҫталарының “Тамға” халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Уны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостандың Милли музейы ойоштора.

Был сара хаҡында 11 сентябрҙә, Милли кейем көнөндә, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдергәйне. Әле бәйгелә ҡатнашырға теләгәндәрҙән заявкалар ҡабул ителә башлаған. Уларҙы 30 ноябргә тиклем «Башҡорт милли кейеме-2020» тигән билдә менән [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Конкурс өс этапта үтә. Тәүгеһе – ғаризалар ҡабул итеү, икенсеһе – һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау (1-5 декабрь), өсөнсөһө – бәйгегә йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү 14 декабргә планлаштырыла.

Ҡатнашыусыларҙың эштәре ошондай номинацияларҙа баһалана: “Башҡорт милли кейеме – реконструкция”, “Заманса стилдәге авторлыҡ костюмы”, “Балалар кейеме”, “Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре”, “Традицион башҡорт кейеме аксессуарҙары”. Бәйгеселәрҙең эштәрен халыҡ оҫталары, ғалим-этнографтар, билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталарынан торған жюри баһалаясаҡ.

Гран-приға лайыҡ булған оҫтаға – 300 мең һум күләмендә аҡса, башҡа еңеүселәргә лә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла. Бынан тыш, башҡорт милли кейемен һаҡлау, популярлаштырыуға өлөш индергән өсөн, конкурстан тыш махсус приздар һәм дипломдар ҙа бирелере күҙаллана.

Һорауҙар булһа, Республика халыҡ ижады үҙәгенә, 8(347) 272-36-50 һандары буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.

Читайте нас: