Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Ноябрь 2020, 11:35

Балалар филармонияһы күркәмләнә

Өфөлә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Балалар филармонияһын ремонтлау дауам итә.

Бина 1970 йылда УЗЭМИК заводы өсөн Мәҙәниәт һарайы итеп төҙөлгән. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бинаны тапшырғандан бирле, инде 34 йыл, бер ниндәй ҙә ремонт эшләнмәгән булған. 2014 йылда филармонияның йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаһы төҙөкләндерелгән.

Әле учреждениены милли проект объекттары исемлегенә индереүгә өлгәшкәндәр. Федераль аҡсаға бина үҙе, электр уты һәм елләтеү, санузел системалары ремонтлана, витраждар, тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырыла. Ремонтты планлаштырған саҡта уңайлы мөхит булдырыу буйынса ла саралар күрелгән: ишектәр - коляска менән үтә алырлыҡ итеп, электр күтәргестәр, санузелдарҙа таянғыстар ҡуйыласаҡ.

Өфө балалар филармонияһында 48 балалар һәм дүрт йәштәр коллективы, ти белдерҙеләр ҡала хакимиәтенән.

Мәғлүм булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ғәмәлгә ашырыла.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

Читайте нас: