Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса ҡарар аҙна дауамында ҡабул ителәсәк.
– Яңы йыл – дөйөм алғанда ҙур ваҡиға, тик быйыл коронавирус инфекцияһы арҡаһында ул бер ни тиклем хәүеф менән дә янай. Беҙгә барыһын да хәл итергә кәрәк: сикләүҙәр ҡабул итербеҙме, юҡмы? Санитар-эпидемиологик талаптарҙы нисек үтәрбеҙ, кешеләргә нимә тәҡдим итербеҙ һәм нисек байрамды үткәрербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Ҡарарҙы был аҙнала оператив штаб ултырышында ҡабул итәсәктәр. Әйткәндәй, ҡайһы бер төбәктәр Яңы йылды нисек үткәреүен хәл иткән дә.
– Иң ябай мәсьәлә: балалар шыршылары үткәрәбеҙме юҡмы? Һәм бының кеүек һорауҙар бик күп. Был аҙнала әҙерләнергә һәм ҡарар ҡабул итергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: detsad-110.ru