Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Ноябрь 2020, 11:57

Башҡорт теле көнөнә әҙерлек башланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда Башҡорт теле көнөн үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Унда республикала ижтимағи-мәҙәни һәм белем биреү саралары үтәсәк.

Ҡарар менән Башҡорт теле көнөн әҙерләү һәм үткәреү өсөн ойоштороу комитеты исемлеге раҫланған. Уның етәксеһе - Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.
Ойоштороу комитетына тейешле сараларҙы әҙерләргә һәм үткәреү планын раҫларға ҡушылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Башҡорт теле көнө 14 декабрҙә билдәләнә. Ул былтыр республика Башлығы Радий Хәбировтың указы менән булдырылды. Маҡсат - башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: