Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Ноябрь 2020, 12:58

Интернетта совет дипломаты Кәрим Хәкимов хаҡында комикс менән таныштырасаҡтар

20 ноябрҙә күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тыуыуға арналған «Кәрим Хәкимовтың йәнле китабы» проекты менән таныштырыу була. Унда рәссам Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһының ижади төркөмө ҡатнаша.

44 битлек «Абдул-Азиз һәм Кәрим: геройҙар ваҡыты» комиксы башҡорт һәм рус телдәрендә эшләнгән. Бөтәһе 3160 дана сығарылған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, проектты Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грант аҡсаһына Башҡортостандың Китапханалар ассоциацияһы әҙерләгән.

«12 йәше тулған балалар башҡорт телен һәм ватандаштарыбыҙҙың тарихын комикс аша өйрәнергә мөмкин. Һәр китапханаға яңы комикстың данаһы тапшырыла», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында.

Презентация көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Сара YouTube каналында тура трансляция менән видеоконференцбәйләнеш буйынса ойошторола. Презентацияны ҡарау өсөн һылтанма: https://youtu.be/DT2KIND9d44/. Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән теләгәндәрҙең барыһын да трансляцияға ҡушылырға саҡыралар. Тура эфир яҙҙырыла.

Башинформ.

Читайте нас в