Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Декабрь 2020, 12:08

Студенттар башҡорт телен беләме?

Башҡортостандың профессиональ белем биреү учреждениеларында уҡыусы студенттар башҡорт теле буйынса олимпиадала үҙ белемдәрен тикшереп ҡараны. Ул 25 ноябрҙән 27 ноябргә тиклем үткәрелде.

Олипиада Башҡорт теле көнөнә арналған саралар сиктәрендә ойошторолдо. Сараның маҡсаты һәләтле, башҡорт телен яҡшы белгән студенттарҙы асыҡлау, туған телгә һөйөү тәрбиәләү ине. Ул ике йүнәлештә уҙҙы. Беренсе ағымда башҡорт телен әсә теле булараҡ өйрәнеүселәр булһа, икенсеһендә уны дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр тупланды. Тәүге турҙа тест йөкләмәләрен үтәнеләр, икенсе турҙа әйтелгән темаға инша яҙҙылар, өсөнсө турҙа тәҡдим ителгән темаға проект эшен яҡланылар.
Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле, ярыш дистацион форматта үтте. Унда 66 профессиональ белем биреү учреждениеһынан 525 студент ҡатнашты (2019 йылда улар һаны 116 ине).
Олимпиадала Нефтекама нефть колледжының 1-се курс студенты Зөлфиә Ғаязова еңеү яуланы (әсә теле булараҡ өйрәнеүсе). Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүселәр араһында Эльвина Хәбироваға етеүсе булманы. Ул Өфө күп профилле профессиональ колледжында уҡый.
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында Сибай педагогия колледжынан, Өфө күп профилле профессиональ колледжынан, Бәләбәй гуманитар-техник колледжынан, Ишембай нефть колледжынан, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы колледждан, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжынан 9 студент призер булды.
Дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында 15 студент иң яҡшылар иҫәбенә инде.
Белешмә. Башҡортостандың профессиональ белем биреү учреждениеларында 33 524 студент башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнһә, 7 297 студент тыуған тел булараҡ уның нескәлектәренә төшөнә. Уларҙа йәмғеһе 190 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй.
#БашЯз2020
#БашҡортТеле2020
Читайте нас: