Проекттар конкурсына Башҡортостан һәм Рәсәй скульпторҙарынан 19 һәйкәл эскизы һәм уларҙың тасуирламаһы килде. Уларҙы баһалаған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән скульпторҙар исемдәре йәшерелгән, эксперттар объектив рәүештә бары тик һәйкәлдәрҙең ҡиәфәтен, образлы тулылығын, халыҡ талаптарына тап килеүен баһалай.
«Ҡарар сығарыр алдынан, йәмәғәтселек менән кәңәшләшеү буйынса комиссияның башланғысы, әлбиттә, бик яҡшы күренеш. Һайлау бик еңелдән булмаҫ, сөнки авторҙар бик тырышҡан. Конкурс скульпторҙар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, билдәле булыуынса, бында Мәскәү, Санкт-Петербург авторҙарының эскиздары ла бар. Комиссияның төплө ҡарарын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, сөнки Совет майҙанында ҡуйыласаҡ һәйкәл һәм майҙан үҙе ғаилә менән ял итеү урыны ғына түгел, легендар дивизия яугирҙәрен данлаған объект та буласаҡ»,— тип белдерҙе Эльвира Айытҡолова.