Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының (хәҙерге Ишембай районы) Көҙән ауылында тыуған. Ул үҙ заманы өсөн бик уҡымышлы ғаиләнән булған. Ғәрәп, төрки, рус телдәренең тәүге һабаҡтарын атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәт тотҡан мәҙрәсәлә ала, әсәһе Өммөхаят абыстай, фарсы телен яҡшы белгән һәм улына ла өйрәткән. Артабан Ә.Вәлиди күренекле ғалим Шиһабетдин Мәржәниҙең шәкерте булып, олатаһы Хәбибназар Үтәкиҙең мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә, Ҡазандың “Ҡасимиә” мәҙрәсәһен тамамлай.
1909-1911 йылдарҙа – шул уҡ мәҙрәсәлә төрөк тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте тарихын уҡыта. Шул уҡ ваҡытта 1910 йылдан алып Ҡазан университетында В.А.Богородский һәм Н,Ф.Катановтың тарих һәм лингвинистика буйынса лекцияларын тыңлай. Шул йылдарҙа Ә.Вәлидиҙең мәҡәләләре төрлө төрки телле гәзит-журналдарҙа баҫыла башлай. 1912 йылда уның “Төрк вә татар тарихы” исемле тәүге китабы сыға.
1916 йылдан алып Ә.Вәлиди илебеҙҙең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. 1917 йылдың февраль ваҡиғаларынан һуң үҙенең тулыһынса сәйәси көрәшкә арнай. 1917-1920 йылдарҙағы хәл-ваҡиғалар уны илдең иң күренекле сәйәси эшмәкәрҙәренең береһенә әүерелдерә. Совет хөкүмәте менән араларҙы өҙгәс, Ә.Вәлиди өсөн бер генә юл ҡала – тыуған илдән китеү.
1923 йылдан алып Әхмәтзәки Вәлидиҙең сит илдәге тормошо һәм ғилми эшмәкәрлеге башлана. Ул ныҡышмалы рәүештә фән үрҙәрен яулауын дауам итә. Тарих буйынса бихисап сығанаҡтарға юлыға. Уларға таянып мәҡәләләлр яҙа, китаптар сығара. Вена университетын тамамлай.
Әхмәтзәки Вәлиди эмиграцияла барлығы 300-ҙән ашыу хеҙмәт нәшер итә. Тормош юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, ул бөтә донъяға билдәле ғалим булып таныла. Ибн-Фаҙландың “Сәйәхәтнәмә”һен табып баҫтыра, “Төрки халыҡтарының дөйөм тарихына инеш”, “Уғыҙ дастаны”, “Тарихта ысул”, “Ҡөръән һәм төркиҙәр”, “Хәҙерге Төркөстан һәм уның яңы тарихы” кеүек төркиәт фәне өсөн мөһим китаптар нәшер итә.
Истамбул ҡалаһында уның “Хәтирәләр” китабы (1969 йыл) сыға, был хеҙмәт XX быуаттың 1-се сирегендә Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың мосолман халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәте, Башҡортостан автономияһы төҙөү тарихтары буйынса ҡиммәтле сығанаҡ булып тора.
“Башҡортостан календары”нан.