

Ул ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле, үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле уҡытыусыларҙың береһе. Хеҙмәт кенәгәһендәге 26 йыл стажы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Баймаҡ районында тыуып үҫкән Сөмбөл бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Мәктәп йылдарында рус hәм башҡорт телдәре, әҙәбиәт дәрестәрен айырыуса ярата. Бигерәк тә инша яҙырға, шиғырҙарҙы яттан һөйләргә һәләтле була. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университеты студенты булып китә. Студент йылдарында ла бик дәртле була: тырышып белем ала, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, «Йәнгүзәл» фольклор ансамбле менән бергә барлыҡ республика буйлап hәм сит өлкәләрҙә лә сығыш яһай. Театр сәхнәһендә барған спектаклдәрҙе ҡалдырмай ҡарарға тырыша, китапхананан ҡайтмай әҙәби китаптар уҡый. Сөмбөл Алламорат ҡыҙы ҡайҙа ғына йөрөһә лә, башҡорт ауыҙ-тел ижадына битараф ҡалмай.
Сөмбөл Алламорат ҡыҙы хеҙмәт юлын Башҡорт медицина колледжында башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. 25 йыл Өфө ҡалаһында мәҙәни, ижади мөхиттә ҡайнап йәшәү уға ҙур тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә, ныҡлы ихтыяр көсө, юғалып ҡалмау кеүек сифаттар тәрбиәләй. Тормош иптәше Илгиз Ишмөхәмәт улы тыуған яғына эшкә ҡайтыу сәбәпле, ғаилә ауылға күсенә. Бында ла Сөмбөл Алламорат ҡыҙы, hөнәренә тоғро ҡалып, Ҡаныҡай урта мәктәбенә башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килә. Шул ваҡыттан алып бөгөнгөн көнгә тиклем балаларға башҡорт теле hәм әҙәбиәтeнән белем биргән мөғәлимәнең йылдар үткән һайын тәжрибәһе арта, ижади дәрте уяна. Сөмбөл Алламорат ҡыҙы — алдынғы ҡарашлы, үҙ эшен яратҡан, hөнәри үҫешкә заманса алымдар менән атлаған тәжрибәле, абруйлы уҡытыусыларҙың береһе.
Өфө ҡалаһында эшләгәндә иман юлына баҫҡан Сөмбөл Әсфәндиәрова ауылдаштарына hәм Ҡаныҡай ауылы ағинәйҙәренә ислам дине нигеҙҙәрен hәм намаҙ уҡыу нескәлектәрен өйрәтә. Уның тырышлығы менән Бикҡол ауылында матур мәсет төҙөлдө. Әлеге ваҡытта мәсеттә төрлө дини байрамдар, мәүлиттәр үткәрелә.
Ҡаныҡай дөйөм урта мәктәбендә уҡыусыларға башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтеү, М.Кәрим, Р.Ғарипов, З Биишева әҫәрҙәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләү уҡытыусынан ҙур оҫталыҡ hәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Башҡорт классик яҙыусыларының әҫәрҙәре аша йәш быуында патриотизм, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ.
— Дәрестәрҙә уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн төрлө алымдар ҡулланам. Интернет заманында ҡулдарынан планшет, смартфон төшмәгән уҡыусыларға ҡасандыр беҙ уҡыған китаптар ҡыҙыҡлы түгел. Шуға күрә hәр дәресте yҙенсәлекле итеп әҙерләү, заманса технологиялар ҡулланыу, әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен презентациялаy, кинофильмдарҙан өҙөктәр тәҡдим итеү hәм әҫәрҙәр буйынса әңгәмә — диалог аша ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Баланың хатаһыҙ яҙыуы уның китап уҡыуына бәйле икәнен бер кем дә инҡар итә алмайҙыр, мoғайын. Был уңайҙан үҙемдең йылдар буйы туплаған тәжрибәм дә шуны күрһәтә, шуға кyрә уҡыусыларҙы әҙәби китап уҡыуға йәлеп итеү өсөн төрлө ярыштар үткәрергә тырышам, уларҙы даими дәртләндереү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Бөтә дoнъя башҡорттары «Мең» ырыуы булдырған премияға беҙҙең мәктәптең күп кенә уҡыусылары лайыҡ булды. Йыл һайын башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу балалар араһында ғына түгел, ике ауыл халҡына ла ҡыҙыҡлы hәм көтөп алынған сараға әүерелде. Күпселек осраҡта гуманитар фәндәргә ынтылыштары булған уҡыусылар менән айырым шөғөлләнәм. Мәҫәлән, район hәм республика күләмендә уҙғарылған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусы И.Хәкимов, А.Батраев, Г.Ғәзизйәнова, А.Әхмәтшина, Милана һәм Камила Ишмөхәмәтовалар яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Бөгөн уҡытыусы өсөн дә, уҡыусыларға ла үҙ-үҙҙәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп, — ти Сөмбөл Әсфәндиәрова.
Уҡыусыларҙың яҙма һәм телдән һөйләмен, логик фекерләүен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә ул. Төрлө әкиәт йәки әҙәби әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереү булһынмы, иң яҡшы шиғыр уҡыусыны асыҡлаумы, иң хатаһыҙ диктант, иң йөкмәткеле инша булһынмы — барыһы ла Сөмбөл Алламорат ҡыҙының ҡулы аша үтә. Ысынлап та, Сөмбөл Алламорат ҡыҙы — районда иң тәжриәбәле уҡытыусыларҙың береһе. 2017 йылда районда уҙғырылған «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә еңеп, район данын яҡлап, республика күләмендә ҡатнашты. Ул hәр ваҡыт беренселeр рәтендә, бер нисә йыл саңғы, йөҙөү ярыштарында призлы урындар яулай. Ул уҡытыусылар менән тәжрибә майҙансығында тығыҙ бәйләнеш булдырҙы: асыҡ дәрестәр күрһәтә, эш алымдары, үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, йәш коллегаларына кәңәштәр бирә, методик ярҙам күрһәтә. Күп йыллыҡ хеҙмәт эшсәнлеге дәүрендә ҙур тәжриәбә туплаған югары категориялы уҡытыусы төрлө Мактау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
«Әгәр балаларҙың күҙҙәре балҡып торһа, тирә-яҡҡа яҡты нур сәсһә, улар үҙ телендә сатнатып Р.Ғариповтың «Туған тел»ен һөйләһә, «Урал батыр» эпосын сәхнәләрҙән яңғыратһа, уҡып сыҡҡас, мәктәпкә килеп: «Рәхмәт, апай!» — тиһә, иң ҙур шатлыҡ, бәхет шул булыр», — ти Сөмбөл Алламорат ҡыҙы.
Фәриҙә Әхмәтшина,
Ҡаныҡай ауылының урта мәктәбе уҡытыусыһы.