Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
МӘҘӘНИӘТ
14 Декабря 2020, 06:36

Әсә теленә һөйөү уятыусы

Маһира Әғзәм ҡыҙы – ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле, үҙ эшен ныҡлы белгән, тәжрибәле уҡытыусыларҙың береһе. Хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу – үҙе эшләгән Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбенә эшкә алыныуы хаҡында.

Уҡытыусы булараҡ, Маһира Әғзәм ҡыҙы Мөфтәхова күптән инде абруй яулаған кеше. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының 32 йыл дәүерендә белем биргән уҡыусылары бөгөн илебеҙҙең төрлө мөйөшөндә йәшәй һәм эшләй. Эйе, хеҙмәт йылдарын барлағанда, алыҫ бала саҡ хәтирәләрен дә иҫкә алмай булмай.

Маһира Әғзәм ҡыҙы “Урал батыр”ҙың данлы төйәге, гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районында ишле ғаиләлә донъяға килә. Тыуған ауылы Яңы Собханғол мәктәбендә уҡыған йылдарында ул айырыуса Ғәйшә Ғәлинаның дәрестәрен көтөп ала. Башҡорт теленең бар матурлығын, нескәлектәрен өйрәткән абруйлы уҡытыусы өлгөһөндә уҡытыусы булам тип хыялланған ҡыҙҙы тормош елдәре Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия институтына алып килә. Шаулы онотолмаҫ студент йылдарында тормош юлдашын осрата. Яҙмышын Йылбулаҡтамаҡ егете Дилүс Мисхәт улы менән бәйләүе ошо ауылға таштай батып донъя көтөргә, мәктәптә телсе булып китергә этәрә.

- 1991 йылда Йылбулаҡтамаҡ мәктәбенә эшкә килдем. Элгәре белгестәр етешмәү сәбәпле, балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем биреүсе булмаған тиерлек. Эшләй башлаған йылдарҙа сәғәттәр һаны күп ине, уҡыусылар менән эшләүе лә күңелле ине. Төрлө саралар, конкурстар, асыҡ дәрестәр... Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәп гөр килеп тора ине, - тип хеҙмәт йылдарының башын иҫкә ала ул.

Юғары белемле филолог балалар менән төрлө йүнәлештә эш алып бара. Маһира Әғзәм ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу менән бер рәттән, уҡыусыларына ижади юл менән, эҙләнеүҙәр аша белем серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә. Улай ғына ла түгел, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, быуаттар дауамында тупланған рухи байлығыбыҙҙы бөгөнгө көнгә яраҡлаштырыу йәһәтенән ҙур эштәр алып бара.

Балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән мөғәлимәнең йылдар уҙған һайын тәжрибәһе арта, ижад ҡомары уяна. Уның уҡыусылары башҡорт теле буйынса районда һәм республикала үткән олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, инша конкурстарында һәм ”Урал батыр” кеүек башҡа ижади бәйгеләрҙә уңыш яулай. Тынғыһыҙ уҡытыусы төрлө кимәлдәге конкурстарҙа үҙенең һәм балаларының көсөн бер туҡтауһыҙ һынап ҡарай.

- Уҡытыуға килгәндә, хәҙерге белем системаһын элекке менән сағыштырып булмай. Бөгөн яңы технологиялар заманы, һис кенә лә артта ҡалырға ярамай, - тип үҙ фекерен белдерә Маһира Әғзәм ҡыҙы. – Бөгөн күпселек балаларҙың теле русса асыла тиһәң дә хата булмаҫ, шуға ла уларҙы әҙәбиәткә, телгә ылыҡтырыу еңелдән түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, интернет селтәре аша булһа ла, ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышабыҙ. Онлайн-олимпиада, онлайн-викторина, онлайн-конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Башҡорт теле йылы уңайынан ойошторолған К. Хәкимовтың юбилейына арналған онлайн-викторинала 15-ләгән уҡыусым ҡатнашып, сертификат алыуға иреште. Шулай уҡ “Иң һәләтле китап уҡыусы” тигән район конкурсында 5-се класс уҡыусыһы Хәмитова Илүзә еңеүсе тип танылды.

Бөгөн иһә юғары категориялы уҡытыусы балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән дә белем бирә. Уның уҡыусылары ла һынатмай: Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшыралар. Заман менән йәнәш атлаған, һәр яңылыҡты ҡабул иткән, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән педагогтың уңыштары ла, һөйөнөстәре лә байтаҡ. Маһира Әғзәм ҡыҙы йыл һайын яҙыусыларҙың юбилейҙарына арнап уҙғарылған бәйгеләрҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, “Иң яҡшы методик эшкәртмәләр” (Н.Мусин) өсөн, шулай уҡ З.Биишева, М. Кәрим ижады буйынса “Яҡшы йөкмәткеле дәрес өсөн“ бер нисә тапҡыр Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Йыл һайын “Башҡорт теленән диктант акцияһы”н ойоштороуға көс һала, регион-ара интернет-педсоветтарҙа ҡатнаша, тел белгесе өс тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы “ бәйгеһендә лә үҙ көсөн һынап ҡараған. Һөнәри ҡаҙаныштары мәғариф бүлеге һәм район хакимиәте грамоталары, “БР Мәғариф алдынғыһы “ билдәһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты тапшырылыуы уның намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡлы баһа.

Маһира Әғзәм ҡыҙы педагог ҡына түгел, һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә, ҡыҙҙарына хәстәрлекле әсәй. Оло ҡыҙҙары Регина - Өфө дәүләт авиация техник университын, Айһылыу һәм Дилә Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Улар өсөһө лә Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр.

- Уҡытыусы эшенең бик тә яуаплы, шул уҡ ваҡытта ауыр икәнлеге берәүгә лә сер түгел. Әгәр ҙә, уҡыусыларым тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле тормош ҡорһалар,туған телендә һөйләшеп, илгә файҙалы кешеләр булһалар, мин дә үҙемде бәхетле һанаясаҡмын.

Ләйлә Ғүмәрова,

Ғаилә архивынна алған фото.

Читайте нас