Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ғинуар 2021, 02:00

Рәми Ғарипов ижады һәм тормош юлы

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов- Башҡортостндың халыҡ шағиры. 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған.

Ете йыллыҡ ауыл мәктәбен тамамлағас, Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый (хәҙерге Р.Ғәрипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты). 1950-1955 йылдарҙа М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Институтты тамалағас, “Совет Башҡортостаны” газетаһы, “Ағиҙел” журналы редакцияларында эшләй. Башҡорт әҙәбиәтенең китап нәшриәте редакторы була.

Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай. И. Франконың “Яҡтыға” тип исемләнгән хикәйәләр йыйынтығы Р. Ғәрипов тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителә.

Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. Ул 1977 йылдың 20 февралендә вафат була. 1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. 1992 йылда Башҡорт халыҡ яҙыусыһы тигән исемгә лайыҡ була.

Хәтер

• Рәми Ғарипов тамамлаған 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 1994 йылдан уның исемен йөрөтә.

• Шағирҙың тыуған төбәгендә — Салауат районының Арҡауыл ауылында—уның йорт-музейы асылған, уның алдына әҙиптең бюсы ҡуйылған.

• 1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тарафынан Рәми Ғарипов исемендәге премия ла булдырылған.

• Халыҡ шағиры исемендәге премия шулай уҡ уның тыуған яғы — Салауат районында ла бар, уны 1997 йылдан башлап район хакимиәте һәм райондың «Йүрүҙән» газете биш йылға бер тапшыра.


Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?

Күҙ аса ла бары күҙ йома!

Шул күҙ асып йомған арала ла

Күпме кәртә ятҡан юлына:


Әле аслыҡ, әле һуғыштары,

Әле бола, әле ялғаны,

Ғәҙелһеҙлек, донъя ваҡлыҡтары –

Сылбыр төҫлө киткән ялғанып!..


Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен,

Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар?..

Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,

Ҡәҙергә лә хаҡлы бит


ТЫУҒАН КӨН

Эс бошорғос талғын сәғәт теле
Нисә ҡабат инде ураны!..
Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль бураны.
Ниндәйҙер бер серле мәғәнә бар
Келт-келт иткән сәғәт телендә —
Яҡты был донъяға килгәнмен бит
Шул буранлы айҙың төнөндө.

Мин дә бала инем. Хыялландым
Был донъяны гиҙеп сығырға,
Күпкә ынтылдым мин, тик һуңынан
Ғашиҡ булдым йырға, шиғырға.
Күрҙем яҡшылыҡты, яманлыҡты,
Әсе-сөсөһөн дә татыным.
Һөйҙөм! Һөйөлдөм дә буғай!
Улдар бүләк итте ҡатыным…

Күп кешеләр үтте яҙмышымдан,
Күңелемә һалып яҡтыһын.
Бына инде шулай йәшәй торғас,
Үтте ғүмеремдең яртыһы!..

Үтте!
Ә һуң ни эшләнем!
Ни һуң?
Бик аҙ түгелме, тип һораным…
Эс бошорғос шуға сәғәт теле,
Үкһей шуға февраль бураны.
Читайте нас