+19 °С
Облачно


Башҡортостанда, илдең бөтә төбәктәрендә кеүек үк, онлайн-концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, виртуаль күргәҙмәләр, веб-экспедициялар, этночеллендждар, флешмобтар уҙасаҡ. Үткәреләсәк сараларҙың маҡсаты – уҡыусыларҙы Рәсәйҙең күп милләтле йолалары менән таныштырыу, тикшеренеү һәм ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.
Әлеге проект 14 ғинуарҙа старт ала. Ул Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт, Фән министрлыҡтары, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Башинформ.