Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Ноябрь 2021, 10:31

Иммунитетты нығытытыусы саралар

Һалҡын миҙгелдәргә хас булған сирҙәр әүҙемләшкәндә организмға нисек ярҙам итергә?

Иммунитетты нығытытыусы саралар
Иммунитетты нығытытыусы саралар
  • Йыш арыу, даими рәүештә көсөргәнештә булыу иммунитетты түбәнәйтә. Әлбиттә, тормошта күңелһеҙ осраҡтар ҙа йыш осрай, тик шулай ҙа көн һайын насар кәйефтә йөрөү яҡшы түгел. Бәлки, һеҙгә тормошоғоҙҙа нимәнелер үҙгәртергә ваҡыт еткәндер? Шулай уҡ иртәрәк ятып йоҡлау ҙа арыуҙы еңергә ярҙам итә.
  • Табиптар белдереүенсә, иммун системаһы аҡһымды күп ҡуллана. Иммунитет һәр сиргә лайыҡлы яуап бирә алһын өсөн, организм бер нисә миллиард яңы күҙәнәк һәм аҡһым эшләп сығарып тора. Беҙ ни тиклем дөрөҫ туҡланабыҙ, ризығыбыҙ витаминдарға ни тиклем бай – организмға ла иммунитетты һаҡлауы шул тиклем еңелерәк. Ҡыҫҡаһы, өҫтәлегеҙҙә аҡһымға бай аҙыҡтар – ит, һөт ризыҡтары һәм емеш-еләк, йәшелсә күберәк булһын.
  • Һарымһаҡ, һуған, йәшел тәмләткестәр, брокколи кәбеҫтәһе, кишер, сәй, имбирь – быларҙың барыһы ла иммунитетты нығытырға мөмкинлек бирә. Етмәһә, һарымһаҡ, һуған һәм имбирь тәбиғи антисептик иҫәпләнә.
  • Әгәр ҙә фатирығыҙҙағы һауа таҙараҡ булһын тиһәгеҙ, ароматерапияға мөрәжәғәт итегеҙ. Сәй, бөтнөк, эвкалипт, кипарис майҙары һауалағы вирустарҙы бөтөрә.
  • Һыуыҡта ғәҙәттә өйҙә генә ултырғы килә. Ә был миҙгелдә, киреһенсә, йышыраҡ хәрәкәт итеү кәрәк. Йүгереү, бассейн, фитнес, спорт секциялары иммунитетты нығытыусы саралар.
  • Тәнде сыныҡтырыу ҙа беҙҙе сәләмәт итә. Һыу менән ҡойоноу миҙгел сирҙәренә ҡаршы торорға булышлыҡ итә.

  Кәйеф гел күтәренке булырға тейеш, шул саҡта бер сир ҙә йоҡмаясаҡ. Шуға ла, сәләмәт булам, тиһәгеҙ, яҡшы кәйефтә булығыҙ.

ejansura.ru

 

Иммунитетты нығытытыусы саралар
Иммунитетты нығытытыусы саралар
Автор:
Читайте нас: