Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
28 Января 2022, 04:39

Еңеүсе музей

Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы проекты Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ҡатнашып, иң яҡшы ун проект иҫәбенә инде.  

Еңеүсе музейЕңеүсе музей
Еңеүсе музей

Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы проекты Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ҡатнашып, иң яҡшы ун проект иҫәбенә инде.  

БР Мәҙәниәт министрлығы 2022 йылда Башҡортостан Башлығы грантына конкурс һөҙөмтәһен иғлан итте. “Мәҙәниәт” милли проекты күрһәткестәрен башҡарыу сиктәрендә республиканың бөтә райондарынан ун өс йүнәлеш буйынса 132 ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында иң күбе (31 ғариза) – “Китапхана эше” йүнәлеше буйынса.

Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының “Төрлө төҫтәге биттәр”  проекты, дөйөм рейтингта 50,9 балл йыйып, иң яҡшы ун проект араһына ингән, тип хәбәр итә Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ул интеллектуаль һаулығы ҡаҡшаған балалар һәм үҫмерҙәрҙең мәҙәни-белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороуға арнала. Проектты тормошҡа ашырыуға 150 мең һум аҡса бүленә.

Фото – Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

https://bashkizi.ru

Еңеүсе музей
Еңеүсе музей
Автор:
Читайте нас