Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Март 2022, 15:20

Йәш сәсәндәр конкурсы

«Урал балалары тауышы» республика йәш сәсәндәр конкурсының беренсе турына ғаризалар ҡабул ителә. Конкурста 7-10, 11-14 һәм 15-18 йәшлектәр ҡатнаша ала.

Йәш сәсәндәр конкурсы
Йәш сәсәндәр конкурсы

Улар башҡорт телендә һәм уның диалекттарында эпостарҙан өҙөктәрҙе яттан һөйләргә, сығыш 4 минуттан артмаҫҡа тейеш. Милли кейемдең булыуы мотлаҡ, музыка ҡоралдарын ҡулланырға рөхсәт ителә. Эпик әҫәрҙәр һамаҡлап башҡарыла.

Конкурс номинациялары «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Ҡуңыр буға», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Алпамыша», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Таһир менән Зөһрә», «Бүҙйегет» һәм башҡа башҡорт эпостарына тап килә.

Беренсе этап онлайн-режимда уҙғарыла. Ҡатнашыусы ғаризаһын һәм видеояҙмаларын 2022 йылдың 16 мартына тиклем [email protected] электрон адресына ебәрергә тейеш.

Конкурстың положениеһы: https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov

https://www.bashinform.ru

Йәш сәсәндәр конкурсы
Йәш сәсәндәр конкурсы
Автор:
Читайте нас: