Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
31 Март 2022, 18:13

Милли биҙәктәр

Ошо көндәрҙә Ҡаныҡай ауылында күркәм сара - Балаҫ байрамы булып үтте.

Милли биҙәктәр
Милли биҙәктәр

Мәҙәниәт йортонда милли кейемдәрҙәге ағинәйҙәр район үҙәгенән килгән ҡунаҡтарҙы халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Артабан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Роза Нафиҡова һәм ошо ауыл ҡыҙы Ленара Миһранова байрам сараһын асып, залдағыларҙы ихлас сәләмләп үткәндән һуң, сәхнәгә “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова күтәрелде. Ул төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ойошманың тәүге аҙымдары тураһында, шулай уҡ башҡорт йолаларын тергеҙеү йәһәтенән ағинәйҙәрҙең ниндәй эштәр башҡарыуын телгә алып үтте.

- Ағинәйҙәр сафы йылдан-йыл тулылына бара. Бөгөн беҙҙең йәмәғәт ойошмаһында Ҡаныҡай ауылынан 15-ләп кеше иҫәпләнһә, Бикҡол ауылынан 8-9 кеше йөрөй. Иң тәүҙә һәр кем үҙенә милли кейемдәр хәстәрләне, Әлшәй, Баймаҡ ағинәйҙәре менән осрашыуҙар бик тә фәһемле булды, бер нисә кеше былтыр Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылында уҙғарылған Балаҫ байрамында ҡатнашты. Ана шулай ауыл ағинәйҙәре дәртләнеп, яңынан-яңы идеялар менән янып йөрөгәндә, китапханасыһы Рима Нафиҡова грант отто ла инде, - тине ул үҙенең сығышында.

Был байрамды ойоштороуға сәбәпсе булған Ҡаныҡай ауылы китапханасыһы Рима Нафиҡова тураһында айырым әйтеп китмәйенсә булмай. Ауыл китапханаһында 26 йыл эшләгән Рима Ришат ҡыҙы Рәсәй Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге конкурста ҡатнашып, 186 мең һумлыҡ грант отоу бәхетенә иреште. Ул, үҙ сиратында, был башланғысты хуплауҙары һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн айырыуса Үҙәк китапхана етәкселәренә һәм “Ағинәйҙәр” клубы ағзаларына рәхмәтен еткерҙе.

- Бер нисә йылдар элек, беҙ бында килгәндә, күптәрҙә фабрикала эшләнгән милли кейемдәрҙе күрә инек, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа үҙ ҡулдары менән эшләнгән милли биҙәүестәрҙе күреү һоҡландыра. Районыбыҙҙа йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәре лә милли кейемдәрен кейә, үҙ йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлай, - тип һүҙен башланы Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм ижтимағи берләшмәләр менән хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Елена Павловна Арефьева. - Китапханалар системаһы төрлө грант проекттанын отоу буйынса алдынғылар рәтендә, мәҫәлән, башҡорт, сыуаш ауылдарында эшләүселәрҙең тырышлығы менән бер нисә проект тормошҡа ашырылды. Ҡаныҡай ауылында шундай мөһим эш башлауығыҙ маҡтауға лайыҡ. Әлеге мәлдә районыбыҙҙа Халыҡ йолалары фестивале бара, төрлө милләттәрҙең балаҫтарынан күргәҙмә ойоштороп, бәлки уларҙы нимә берләштереүен, сағыштырыу мөмкинлеге булыр.

Эйе, балаҫ һуғыу - башҡорт халҡының борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы — аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе булган. Был кәсепте ҡайтанан тергеҙеү тураһында әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Әминә Абдрахманова һөйләне.

- Элек-электән беҙҙең төбәгебеҙ аҫалалы балаҫтары менән айырылып торған. Балаҫ биҙәктәре, йәғни аҫа — тамға, ырыу билдәһе булған. Аҫалап эшләнгән тиелә, уны үҙгәртмәй, ни бары күсереп кенә алырға яраған. Балаҫта ҡулланылған төҫтәр ҙә мөһим булған, мәҫәлән, төп урынды алып торған ҡара төҫ ер, уңдырышлылыҡ билдәһе булған, шулай уҡ йэшел төҫ мәнгелек  тормошто аңлатҡан. Бөгөнгө көндә, үҙебеҙҙең районда әҙ булһа ла һаҡланып ҡалған балаҫ һуғыуҙы тергеҙеү бик актуаль булып тора. Беҙ, үҫеп килеүсе йәш быуынға, үҙебеҙҙең ҡомартҡыларыбыҙҙы, уның әһәмиәтен күрһәтә белмәһәк, киләсәктә тарихыбыҙҙы, көнитмешебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе юғалтыу ҡурҡынысы янай, - тип бәйән итте башланғыс кластар уҡытыусыһы Әминә Миңдеғәле ҡыҙы.    

Залға ҡуйылған балаҫ һуғыу станоктары янынан кеше өҙөлмәне. “Ағинәйҙәр” ҡороноң әүҙем ағзалары Мәрйәм Хәкимова, Светлана Хәйруллина, Гөлшат Хәлиуллина Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында ойошторолған сарала булып,ҡайтанан  балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡайны. Әле лә улар, ҙур дәрт менән халҡыбыҙҙың онотола төшкән кәсебен тергеҙеү өсөн янып-көйөп йөрөйҙәр. Милли кейемдәрҙәге балаҫ һуғыусы ағинәйҙәр таһыллыҡ талап иткән был биҙәктәргә һоҡланып ҡараһа, икенселәр, үҙҙәре лә өйрәнергә теләп, был эштең нескәлектәре менән ҡыҙыҡһынды.

Сығыштар, йәнле аралашыуҙар менән үрелеп барған байрамды йыр-моң һөйөүселәр дауам итте. Ҡаныҡай мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар эшләп килгән “Ынйылар” фольклор ансамбленең “Дим таҡмаҡтары”н башҡарыуын көслө алҡыштар менән оҙаттылар. Әминә Абдрахманованың, Ильвира Буранғолованың, Ленара Миһранованың, Раъно Хәкимованың, Гөлшат Хәлиуллинаның ҡабатланмаҫ йырҙары, Флорида Сабитованың, Сәмиға Сәлихованың шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. “Тылсымлы моңдар” ҡумыҙсылар ансамбленең сығышы һәм йәш йырсы Тамирлан Хәлиуллиндың “Сыңрау торна” йырын башҡарыуы байрамға йәм өҫтәне.

Халыҡ кәсептәренә килгәндә, ауылыбыҙҙа тағы ла дебет шәле бәйләүселәр ҙә, милли биҙәүестәр эшләүселәр ҙә етерлек.  Күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эше оҫталарының әйберҙәре – Илсинә Хисмәтованың милли биҙәүестәре, Светлана Хәйруллинаның төрлө ҡурсаҡтары, шулай уҡ дебет шәлдәре менән дан тотҡан Ейәнсуранан төшкән Флорида Сабитованың мамыҡ шәлдәре - һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Стенаға ҡуйылған сағыу төҫтәрҙәге аҫалы балаҫтар ҙа, заманында ауылда ҡул эштәренә маһир инәй-апайҙар булғанын раҫлай ине. Аҫалы балаҫты — үткән заман, тип ҡараусылар бар, ә беҙ, киреһенсә, уның киләсәктә лә башҡорт өйөнөң, мәҙәниәтенең, халыҡ сәнғәтенең үҙәгендә буласағына ышанабыҙ.

Ләйлә Ғүмәрова.

Автор фотолары.

Милли биҙәктәр
Милли биҙәктәр
Милли биҙәктәр
Милли биҙәктәр
Автор:
Читайте нас: