Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Апрель 2022, 17:37

Башҡорт халыҡ йолалары менән танышыу

Балалар баҡсаһында «Ҡарға бутҡаһы» байрамы үтте

Башҡорт халыҡ йолалары менән танышыу
Башҡорт халыҡ йолалары менән танышыу

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы-2022 йылында Бишбүләк ауылының «Умка» балалар баҡсаһы педагогтары тарафынан беҙҙең төбәк халыҡтарының традицион байлығын һаҡлап ҡалыуға hәм үҫтереүгә йүнелтелгән бер нисә проект планлаштырылды. Балаларҙы башҡорт халҡының халыҡ йолалары менән таныштырыу маҡсатында «Ҡарға бутҡаһы» этнопроекты уҙғарылды. Тәрбиәселәр оҫталыҡ дәресе ойошторҙо һәм балалар менән  бергә «Ҡарғалар ҡайтты» тигән оригами техникаһында ижади эш башҡарҙы. Балалар ата-бабаларыбыҙҙың милли байрамы, уның тарихы менән танышты, халыҡ мәҡәлдәре, уйындар, табиғәт, ҡоштар hәм яҙ тураһында йомаҡтар өйрәнде. Һуңынан яҙ килеүгә бағышланған «Ҡарға бутҡаһы» фольклор байрамы проекты булды. Был боронғо йоланы «Почемучки» өлкән төркөм балалары күрһәтте. Улар йырланы, бейене, Яҙ менән түңәрәктә әйләнеп, уйындар уйнаны, йомаҡтарға яуап тапты. Байрамға ҡунаҡҡа Хәтимә әбей килгәйне, ул балаларҙы халыҡ йолалары менән таныштырҙы, байрам бутҡаһы бешерергә өйрәтте. Балалар, байрам атмосфераһына сумып, халыҡ көйҙәре аҫтында төрлө төҫтәге ҡулъяулыҡтарҙы ағас ботаҡтарына бәйләне hәм барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. Халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү — үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе, сөнки мәҙәни hәм рухи ҡиммәттәрҙе бер быуындан икенсеһенә тапшырыу механизмын тормошҡа ашыра.  Проект өҫтөндә тәрбиәселәр Акимова В.Д., Павлова О.В., музыка етәксеһе Хәкимова Г.В., «Почемучки» өлкән төркөм балалары hәм ата-әсәләр эшләне.

Галина Хәкимова,

«Умка» балалар баҡсаһы музыка етәксеһе.

 

Башҡорт халыҡ йолалары менән танышыу
Башҡорт халыҡ йолалары менән танышыу
Автор:
Читайте нас: