Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
7 Апреля 2022, 13:12

Һөнәри оҫталыҡ конкурсы

Райондың ете гүзәл ҡыҙы төрлө бәйгелә һынау тотто. 

Һөнәри оҫталыҡ конкурсыҺөнәри оҫталыҡ конкурсы
Һөнәри оҫталыҡ конкурсы

Район предприятиеларында, ойошмаларында, учреждениеларында йәштәр менән эште активлаштырыу hәм уларҙың ижади башланғыстарына ярҙам итеү маҡсатынан «Вектор» йәштәр үҙәге «Йәштәр - 2022» hөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторҙо. Конкурста еңеүселәрҙе билдәләү өсөн жюри ағзалары — «Берҙәм Рәсәй»ҙең Бишбүләк районындағы башҡарма секретары Алена Семенова, Бишбүләк районында Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Надежда Сидорова, Балалар ижады үҙәге методисы Илзинә Сабитова саҡырылғайны. Райондың ете  гүзәл ҡыҙы «Визитка», ижади конкурста, «Смак», «Беҙ ҡатын-ҡыҙҙы данлайбыҙ» интеллектуаль викторинаһында көс һынашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса «Иң иҫ киткес» номинацияһында Альбина Мурзина (Сухоречка ауыл Советы ауыл биләмәһе), «Иң оригиналь» номинацияһында — Дарья Федорова (Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе), «Артистлыҡ һәләтенә эйә» номинацияһында — Нурсөя Инсапова (Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы ауыл биләмәһе), «Тамашасы һөйөүе призы» номинацияһында Виктория Макарова (Ерекле ауыл Советы ауыл биләмәһе) еңеүсе булды. Бишбүләктән Анастасия Данилова «Берҙәм Рәсәй» партияһынан махсус приз алды.

Галина КУДРЯШОВА,

«Вектор» йәштәр үҙәгенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе.

Һөнәри оҫталыҡ конкурсы
Һөнәри оҫталыҡ конкурсы
Автор:
Читайте нас