Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Апрель 2022, 19:21

Башҡортостанда милли кейем көнө уҙа

Башҡортостан Республикаһында 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре бар.

Башҡортостанда милли кейем көнө уҙа
Башҡортостанда милли кейем көнө уҙа

Милли кейем – һәр халыҡ мәҙәниәтенең айырылмаҫ өлөшө. Был кейем генә түгел, ә дөйөм халыҡ тураһында һөйләрҙәй ҙур тарих. Уны традициялар, йолалар кеүек үк һаҡларға кәрәк.

2020 йылдан Башҡортостанда Милли кейем көнө уҙғарыла. Уны йылына ике тапҡыр билдәләйҙәр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында. Байрам төбәктә йәшәгән халыҡтар традицияларына һәм мәҙәниәтенә тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирә.

15 һәм 16  апрелдә төбәктә Милли кейем көнө сиктәрендә сағыу һәм күләмле саралар уҙғарыу ниәтләнә. Унда ҡатнашыусылар республиканың, ҡаланың, үҙ халҡының тарихы, уның милли йолалары хаҡында күберәк белә аласаҡ. Бөгөн күп модельерҙарҙың һәм дизайнерҙарҙың заманса кейем булдырғанда милли кейем өлгөләрен файҙаланыуы ҡыуандыра. Милли кейемгә бындай мөнәсәбәт Тыуған илебеҙҙең бай уҙғаны тураһында иҫтәлек һаҡлау мөмкинселеге бирә.

Милли кейем көнөндә Башҡортостандың баш ҡалаһында Халыҡ-ара «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла. Экспозицияға республика ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Мәскәүҙән, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән проект финалсыларының, оҫталарҙың, кейем буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре ҡуйыла.

Өфөлә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың «Халыҡтың сигелгән тарихы» тип аталған таҫтамалдар уникаль экспозицияһын күреп буласаҡ. Күргәҙмәлә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәр музейҙарынан таҫтамалдар йыйылмаһы ҡуйыла. Килеүселәр ысын халыҡ әйберҙәрен күрәсәк – республикала йәшәүсе 12 халыҡтыҡын. Был уникаль йыйылманы булдырыуға төрлө райондар вәкилдәре үҙ өлөшөн индергән.

Милли кейем көнө сиктәрендә Өфөлә «Милли кейемдең нескәлеген асыу проблемаһы» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторола. Уның маҡсаты – фән һәм ғәмәли эш вәкилдәренең иғтибарын халыҡ кейемен тергеҙеүгә, эшлекле бәйләнештәр булдырыуға, фәнни һәм ғәмәли ҡаҙаныштар менән бүлешеүгә, эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләрен ғәмәлгә индереү мөмкинлектәрен ҡарауға йүнәлтеү. Фекер алышыуҙа мәҙәниәт һәм халыҡ-художество кәсептәре белгестәре: билдәле этнографтар, рәссам-дизайнерҙар, был өлкәлә эшмәкәрлек алып барыусы йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләре вәкилдәре ҡатнаша.

Ошо уҡ көндә «Милли кейемдәрҙә фото» флешмобы ойошторола. Бөтә теләгәндәр фотоларын «Бәйләнештә», «Класташтар», «Телеграм» социаль селтәрҙәрҙә  #НациональныйКостюм2022 #МиллиКейем2022  хештегтары менән урынлаштыра ала. Эштәр Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы йортоноң һәм Республика халыҡ ижады йортоноң рәсми аккаунттарына ҡуйыла.   

16 апрелдә Милли кейем байрамы «Арт-КВАДРАТ» ивент-мөхитендә билдәләнә. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын дизайнерҙар эшләгән милли кейемдәрҙе күрһәтмәгә, декоратив- ғәмәли сәнғәт оҫталары эштәрен күргәҙмә-һатыуҙа, еңел сәнәғәт йәрминкәһенә саҡыралар. Унда милли кейемдәр өлгөләре ҡуйыла, оҫталыҡ дәрестәрен Башҡортостандың тарихи-мәҙәни үҙәктәре ойошторасаҡ. Ошонда уҡ фотостудия эшләйәсәк, теләгән һәр кем милли кейемдә фотоға төшә аласаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

#МиллиКейемКөнө2022 

belizv-bash.ru

Башҡортостанда милли кейем көнө уҙа
Башҡортостанда милли кейем көнө уҙа
Автор:
Читайте нас: