Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Апрель 2022, 13:15

Артур Кәбиров «Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсында еңеү яуланы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙған «Йөрәк һүҙе. Рәми» шиғриәт конкурсы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналғаны. Финалда видеояҙмалар буйынса һайлап алынған 12 конкурсант ҡатнашты.

Артур Кәбиров «Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсында еңеү яуланы
Артур Кәбиров «Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсында еңеү яуланы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров еңеү яуланы. Ул 500 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Артист Рәми Ғариповтың 1964 йылда яҙған, ләкин 1987 йылда ғына донъя күргән «1937» поэмаһын уҡып ишеттерҙе.

Йыйылыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов сәләмләне. Ул «Йөрәк һүҙе» проектын Башҡортостан өсөн бик мөһим булыуын, республика Башлығының хуплауын әйтте. Азат Бадранов проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Улар — автор һәм етәксе Наилә Сәфәрғолова, жюри рәйесе Олег Ханов, алып барыусылар Фирҙәт Ғәлиев һәм Александр Кузьменко, режиссер Сулпан Асҡарова, оператор Илгиз Насипов.

«Йыл авторы» призы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың балаларына — улы Азамат менән ҡыҙы Гөлнараға тапшырылды. Икенсе урынды һәм 200 мең һумды — Зөбәржәт Утарбаева, өсөнсө урынды һәм 100 мең һум аҡсаны Нияз Замалетдинов алды. Тамашасылар һөйөүе призына Урал Таһиров лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru

Артур Кәбиров «Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсында еңеү яуланы
Артур Кәбиров «Йөрәк һүҙе» шиғриәт конкурсында еңеү яуланы
Автор:
Читайте нас: