Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Апрель 2022, 18:09

Беҙҙекеләр - «Мөғжизәләр яланы»нда!

Дүртөйлөләге балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Әбдекәримова «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында ҡатнаша. Был турала тапшырыуҙы 22 апрелдә ҡарай алаһығыҙ. 

Беҙҙекеләр - «Мөғжизәләр яланы»нда!
Беҙҙекеләр - «Мөғжизәләр яланы»нда!

Ул тапшырыуҙың легендар алып барыусыһы Леонид Якубович менән осрашыуға ғаиләһе һәм «Кая» этно-рок төркөмө оҙатыуында барған. Улар Беренсе канал студияһына стилләштерелгән милли кейемдә сығып, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында йырҙары менән тамашасыларҙы сәләмләгән. Яҡташыбыҙ буш ҡул менән бармауын да белдерә.  Яратҡан алып барыусыһына күстәнәс итеп башҡорт балы, сәк-сәк, Дүртөйлө районы хаҡында китап, һынлы сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең эштәрен, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан башҡорт уҡ-һаҙағын да алған.

Гөлназ Әбдекәримова әйтеүенсә, «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашыу өсөн ғаризаны 2 йыл элек үк ебәргән булған һәм онотоп та өлгөргән. Быйыл март айында көтмәгәндә саҡырыу килгәс, этнотөркөм менән ҡатнашырға әҙерләнә башлағандар. Уның ҡатнашлығында тапшырыуҙы Беренсе каналдан 22 апрелдә ҡарай алаһығыҙ.

ye102.ru

Беҙҙекеләр - «Мөғжизәләр яланы»нда!
Беҙҙекеләр - «Мөғжизәләр яланы»нда!
Автор:
Читайте нас: