Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Апрель 2022, 11:25

Ҡурайсылар бәйгеһе

Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башлай. Быйыл ул Октябрьскийҙа 13 — 14 майҙа уҙасаҡ.

Ҡурайсылар бәйгеһе
Ҡурайсылар бәйгеһе

Бәйгегә үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ҡурай ансамблдәре саҡырыла. 12 йәшкә тиклемге һәм 12 — 16 йәштәге йәш музыканттар бер турҙа ярышасаҡ. Уларға бер оҙон көй һәм бейеү көйөн йәки марш уйнарға кәрәк.

16 йәштән өлкәндәргә конкурс ике турҙа үткәрелә.  Ансамблдәр бер турҙа ике йәш үлсәмендә һынау тотасаҡ.

Ғаризалар 10 майға тиклем o[email protected], [email protected] электрон адрестары буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50 — Республика халыҡ ижады үҙәге, 8 (34767) 6-61-22,

kulturarb.ru 6-28-30 — Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Фото: kulturarb.ru

https://yanshishma.com

 

Ҡурайсылар бәйгеһе
Ҡурайсылар бәйгеһе
Автор:
Читайте нас: