+30 °С
Болотло


Шулай итеп, 6, 7, 9 майҙа театрҙа «Герой йондоҙо» тигән спектаклдең премьераһы буласаҡ. Унда Муса Гәрәевтың һуғыштағы батырлыҡтары, шәхси тормошо тураһында байән ителә. Әҫәрҙең авторы — Фәрит Әхмәҙиев, режиссёры — Ольга Мусина. Муса Гәрәев ролен йәш актёр Әбйәлил Үтәбаев башҡара.
Муса Гәрәев — һоҡланғыс яҙмышлы шәхес. Яҡташыбыҙ бик күп наградалар менән бүләкләнгән, һуғышта бер тапҡыр ҙа яраланмаған. 22 йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, эскадрилья командиры дәрәжәһенә еткән.
Фото:kulturarb.ru