Дим буйҙары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Май 2022, 15:39

Ҡыҙыл эремсекле алма ләүеше

Ҡамыр өсөн 200 гр аҡ май, 100 гр шәкәр ҡомы, 2 йоморҡа, 2-3 аш ҡалағы магазин ҡаймағы, 300-350 гр он (сама менән), 1 балғалаҡ разрыхлитель, бер семетем тоҙ кәрәк булыр. Эслек өсөн ҡыҙыл эремсек, алма, 100 гр 20 процентлы ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо алабыҙ.

Ҡыҙыл эремсекле алма ләүеше
Ҡыҙыл эремсекле алма ләүеше

Эш барышы

Майҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ, шәкәр ҡомон һалып, май менән бутайбыҙ; 4 аш ҡалағы он һалып, валсыҡ хасил булғансы ыуабыҙ; ике йомортҡаны, ҡаймаҡты һалабыҙ; ҡалған ондо, разрыхлителде һалып, ҡамырҙы баҫып бөтөрәбеҙ. Артыҡ йомшаҡ булһа, йәнә 4-5 аш ҡалағы он ҡушырға була. Ике киҫәккә бүлеп, киҫәкләрҙе айырып, пищевая плёнкаға төрөп, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Ҡамыр ял иткәндә эслекте әҙерләйбеҙ.
Ҡыҙыл эремсекте алдан әҙерләп ҡуям. Алманы телемләп турайбыҙ, шәкәр ҡомо,1-2 аш ҡалағы һыу һалып парландырып, бешереп алабыҙ. Һыуытырға ҡуябыҙ. 100 гр 20 процентлы ҡаймағын  2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо менән яҡшылап туҡыйбыҙ.

Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып таба төбөнө йәйәбеҙ, төбөнә ҡыҙыл эремсекте тигеҙләп һалып сығабыҙ. Алмаларҙы теҙәбеҙ, өҫтөнә әҙер ҡаймаҡлы ҡатнашманы һалып сығабыҙ. Ҡыҙған мейестә бешереп алабыҙ. Сәй янына һыуынғас бирәбеҙ.

ejansura.ru

Ҡыҙыл эремсекле алма ләүеше
Ҡыҙыл эремсекле алма ләүеше
Автор:
Читайте нас: