Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Май 2022, 10:46

Йыр-моң һөйөүселәрҙе Хәниә Фәрхи исемендәге бәйгегә саҡыралар

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи исемендәге «Онотолор тимә…» тип аталған башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы уҙасаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығы хәбәр итә.

Йыр-моң һөйөүселәрҙе Хәниә Фәрхи исемендәге бәйгегә саҡыралар
Йыр-моң һөйөүселәрҙе Хәниә Фәрхи исемендәге бәйгегә саҡыралар

Фестиваль-конкурс 30 майҙа Юғары Тәтешле ауылының мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Гала-концерт 27 июлдә Ҡазанда була.

Проект Башкортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи иҫтәлеген мәңгеләштереүгә, шулай уҡ музыкаль сәнғәтте үҫтереү һәм пропагандалауға, һәләтле ижади йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, тиелә хәбәрдә. Бәйге ике йәш категорияһында: 20 йәштән 35 йәшкә тиклем һәм 35 йәштән өлкәнерәктәр араһында уҙғарыла. Ҡатнашыусылар Хәниә Фәрхи репертуарынан бер әҫәрҙе башҡарасаҡ. Үҙешсән һәм профессиональ артистарҙы жюри айырым баһалаясаҡ.

Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр рәхим итһендәр.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: