Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Май , 16:46

Һабантуйҙар гөрләр мәл етә

Башҡортостан Башлығы 2022 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Графикка ярашлы, Бишбүләктә һабантуй 4 июндә уҙғарыла. 

Һабантуйҙар гөрләр мәл етә
Һабантуйҙар гөрләр мәл етә

Документҡа ярашлы, республика хөкүмәтенә муниципаль райондар һәм ҡала округтары менән берлектә Башҡортостан Башлығының «Яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-2019) таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында» указы менән билдәләнгән үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәп, халыҡ байрамын ойошторорға кәрәк.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам үткәрелгән урынларҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу бурысы йөкмәтелде.

Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы байрам сараларында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын бойомға ашырыуҙы тәьмин итергә тейеш.

Радий Хәбиров үҙенең указында һабантуйҙар уҙғарыу графигын да раҫланы.

Тәүге һабантуй 27 майҙа — Йылайыр районында үтә, ә 4 июндә Әлшәй, Архангель, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бишбүләк, Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Федоровка райондарында ойошторола. 

18 июндә был халыҡ байрамы Бәләбәй, Бүздәк, Борай, Ҡариҙел, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарында һәм Межгорьела була.

https://www.bashinform.ru

Һабантуйҙар гөрләр мәл етә
Һабантуйҙар гөрләр мәл етә
Автор:
Читайте нас в