Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Май 2022, 17:25

Белорет районында кино төшөрөлә

“Рәсәй 1” телерадиокомпанияһы заказы буйынса төшөрөләсәк “Бәхет тау артында түгел” тип исемләнгән сериалда һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ.

Белорет районында кино төшөрөлә
Белорет районында кино төшөрөлә

“Бәхет тау артында түгел” тип исемләнгән сериал төшөрөләсәге тураһында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте.

“Фильмдың жанры -  детектив, экшн, драма. Сюжет буйынса Крупновтар ғаиләһенең “Бейеклек” туристик базаһында ҡаяға үрмәләү буйынса ҙур ярыш уҙғарыла. Спорт форумы ғаиләнең финанс проблемаларын хәл итергә тейеш була, әммә оҙаҡ йылдар йәшереп киленгән ғаилә сере быға хәүеф менән янай. Беҙгә Александр Самойленко, Евгений Сидихин, Александр Голубев, Зоя Бербер, Алена Коломина, Анна Котова-Дерябина, Анна Якунина, Дарья Повереннова, Валентин Смирнитский, Мария Әхмәтйәнова, Игорь Огурцов, Роман Богданов кеүек билдәле актерҙар киләсәк. Өфөнән Стәрлетамаҡтан, Екатеринбургтан да етмешләп сәхнә кешеһе килеүе көтөлә.

Продюсерҙар менән осрашып, пландар ҡорҙоҡ, борсоған мәсьәләләрҙе асыҡланыҡ. Кино Белоретта 4 июндән 30 июлгә тиклем төшөрөләсәк”, - тип яҙа Андрей Иванюта.

Фильм Белорет районындағы ҡаяларҙа төшөрөләсәк, Учалы районы биләмәһендәге “Ҡая лабораторияһы” ла күҙ уңында тотола.

Күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашыу өсөн 18-55 йәшлек урындағы халыҡты йәлеп итеү ҙә ҡарала.

Фото: А. Иванюта сәхифәһенән.

https://bashgazet.ru

Белорет районында кино төшөрөлә
Белорет районында кино төшөрөлә
Автор:
Читайте нас: