Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Май 2022, 06:54

Рәсәй хөкүмәте «Пушкин картаһы»ның мөмкинлектәрен киңәйтте

«Пушкин картаһы» менән Рәсәй фильмдарын, шул иҫәптән дәүләт ярҙамынан тыш төшөрөлгәндәрен ҡарарға мөмкин. Был хаҡта ҡарарҙы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының махсус эксперт советы ҡабул итергә тейеш.

Рәсәй хөкүмәте «Пушкин картаһы»ның мөмкинлектәрен киңәйтте
Рәсәй хөкүмәте «Пушкин картаһы»ның мөмкинлектәрен киңәйтте

Кинопрокатҡа дәүләт ярҙамын илебеҙ фильмдарын күрһәтеү менән бәйләргә кәрәклеге хаҡында ил президенты әйткәйне.

«14- 22 йәшлектәр льготалы нигеҙҙә заманса кинотаҫмалар менән таныша алыр, ә кинобизнесҡа әлеге осорҙо еңелерәк үткәрергә мөмкинлек биргән ярҙам булыр», – тине премьер Михаил Мишустин.

Быға тиклем программа Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы йәки кино фонды, төбәктәр ҡатнашлығында төшөрөлгән кинокартиналарға ғына ҡағылды.

"Башинформ".

Рәсәй хөкүмәте «Пушкин картаһы»ның мөмкинлектәрен киңәйтте
Рәсәй хөкүмәте «Пушкин картаһы»ның мөмкинлектәрен киңәйтте
Автор:
Читайте нас в