Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Июнь , 07:35

Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә “Урал батыр” бәйгеһе

Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә! 

Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә “Урал батыр” бәйгеһе
Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә “Урал батыр” бәйгеһе

Билдәле булыуынса, халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосын фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Баймаҡ районында мәшһүр сәсәндәребеҙ Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алған. Хәйер, был - халҡыбыҙ өсөн генә түгел, ә тотош донъя әҙәбиәте өсөн аҫыл мираҫ. Әйткәндәй, олуғ ғалим, күренекле тел белгесе, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Ғәйнислам Ибраһимов, эпосыбыҙҙы төрөк теленә тәржемә итеп, милли ҡомартҡыбыҙҙы бөтә төрки донъяһына танытыуға тос өлөшөн индерҙе.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы мәшһүр сәсән Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә уның тыуған төйәге Түбәнге Иҙрис ауылында, “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләүселәр Урал аръяғы конкурсын ойоштора.

Фото: Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге.

https://bashgazet.ru

Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә “Урал батыр” бәйгеһе
Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә “Урал батыр” бәйгеһе
Автор:
Читайте нас в