Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Июль , 07:53

"Ер йөҙө йәш мисы" - Өфө ҡыҙы

Бәйгелә Өфөнән 10 йәшлек Регина Хужина "Ер шары йәш мисы" титулына һәм Пьер Кардендың алтын миҙалына лайыҡ булды

"Ер йөҙө йәш мисы" - Өфө ҡыҙы
"Ер йөҙө йәш мисы" - Өфө ҡыҙы

Ошо көндәрҙә мода донъяһы Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл булыуын билдәләне. Мәскәүҙә 20-се быуаттың бөйөк модельеры иҫтәлегенә арнап World Beaty матурлыҡ конкурсы үткәрелгән.

Бәйгелә Өфөнән 10 йәшлек Регина Хужина "Ер шары йәш мисы" титулына һәм Пьер Кардендың алтын миҙалына лайыҡ булды. Был миҙал донъя модаһы һәм матурлыҡ өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Ваҡытында Вячеслав Зайцев, Александр Васильев, Филип Киркоровтың атаһы - Рәсәйҙең халыҡ артисы Бедрос Киркоров кеүек танылған шәхестәр һәм башҡа титуллы ҡатнашыусылар ошондай миҙал эйәһе булғанлығы билдәле.

Яҡташыбыҙ - Регина Хужина баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында белем ала. Шул уҡ ваҡытта балалар студияһында ла теләп шөғөлләнә.

Бер йыл эсендә маҡсатлы ҡыҙ 11 матурлыҡ бәйгеһендә еңеүгә өлгәшкән, күп төрлө музыкаль, социаль, мода проекттарында ла ҡатнашырға өлгөргән.

Һәләтле уҡыусыбыҙ өсөн ғорурлыҡ кисерәбеҙ, бергә шатланабыҙ һәм алда ла еңеүҙәренең күп булыуын теләйбеҙ.
Фото:Конкурсты ойоштороусылар.

https://bashgazet.ru

"Ер йөҙө йәш мисы" - Өфө ҡыҙы
"Ер йөҙө йәш мисы" - Өфө ҡыҙы
Автор:
Читайте нас в