

Байрам барышында күренекле мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында эшҡыуарҙарҙың "Тирмә" тип исемләнгән "түңәрәк өҫтәл"е, "Йыуаса" башҡорт милли аш-һыуы конкурсы, концерт, "Ҡалмаҡ араһы шәжәрәһе"н күрһәтеү, оҫталыҡ дәрестәре көтөлә. Шулай уҡ тәүге тапҡыр "Лаҡап тирмәһе" тип аталған лаҡап һөйләүселәр конкурсы буласаҡ.
"Урал аръяғында башҡорттарҙың фольклор жанрҙары, халыҡ юморҙары, сәсәндәр сәнғәте яҡшы һаҡланған. Мәҫәлән, лаҡап. Уның нигеҙендә ҡушамат йәки билдәле бер урында таралған тотороҡло әйтелеш менән бәйле ысын мәғәнәһендә мәҙәк хәл ята. Ошо жанрҙы тергеҙеү, һаҡлау маҡсатында Әбйәлил районының Байым ауылында милли сара үткәрергә булдыҡ", - ти Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина.
Унда ҡатнашыуға йәштәр, ғаилә династиялары, ижади коллективтар етәкселәре, ғалим-фольклорсылар, этнографтар, тарихсылар, эшҡыуарҙар, күренекле мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, Рәсәй төбәктәренән башҡорт диаспораһы вәкилдәре, тарихты, этнографияны, традицион фольклорҙы өйрәнгән студенттар саҡырыла.
https://bashgazet.ru