Дим буйҙары
-26 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Август 2022, 07:56

Ҡурайсылар майҙан тота

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурс ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.

Ҡурайсылар майҙан тота
Ҡурайсылар майҙан тота

Бәйге ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.

Йола буйынса, конкурс 2022 йылдың 16-17 сентябрендә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында ойошторола. Шулай уҡ конкурс сиктәрендә уҙған йылдарҙағы конкурстарҙың лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерттар була.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы.

Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) – ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, сит ил сәхнәһендә (Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия) милли сәнғәтебеҙҙе күрһәткән тәүге башҡорт музыканты. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

shonkar.com

Автор:
Читайте нас в