

Фестиваль программаһына танылған ғалимдар һәм сәйәхәтселәр лекциялары, фотографтар һәм кинематографистар менән ижади осрашыуҙар, интеллектуаль уйындар һәм викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, документаль фильмдар күрһәтеү керетелгән.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни байлығына бағышланған форумда илебеҙҙең 50-нән ашыу төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы ла, ҡатнашасаҡ.
Фестиваль көндәрендә башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте менән таныша аласаҡ. Традицион тораҡ зонаһы территорияһында башҡорт тирмәһе урынлашасаҡ. Бында шулай уҡ халыҡ ижаты оҫталарының ҡул эштәре - биҙәкле туҡымалар, балаҫтар, сигелгән һөлгөләр, милли биҙәнеү әйберҙәре һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк. Фестиваль ҡунаҡтарын шулай уҡ "Һабантуй" спорт-уйын программаһы ла көтә. Бынан тыш, теләүселәр төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша ала.
26 августа, Рус география йәмғиәте фестивале сиктәрендә, Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көнө уҙасаҡ. Байрамды төбәктең сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы ҙур концерт биҙәйәсәк.
https://kiziltan.ru