Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Август , 15:28

Ғаиләләр аҡсаны нисек рәсмиләштерә ала?

Ошо хаҡта тулыраҡ яҙмала

Ғаиләләр аҡсаны нисек рәсмиләштерә ала?
Ғаиләләр аҡсаны нисек рәсмиләштерә ала?

Йыл башынан Башҡортостанда әсәлек капиталына 12,6 меңдән ашыу сертификат тапшырылды, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың апреленән Пенсия фонды әсәлек капиталына сертификатты электрон төрҙә рәсмиләштерә һәм Пенсия фонды сайтындағы, Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа ебәрә. Әлеге платформа аша аҡсаны файҙаланыу буйынса ғариза яҙырға һәм суммаға контроллек итергә мөмкин. Шулай итеп, ғаилә бала тыуғандан һуң сертификатты клиент хеҙмәттәренә йөрөп юлламай. 

“Әсәлек (ғаилә) капиталы тураһындағы закон тормошҡа ашҡандан алып республикала 391 мең дәүләт сектификаты тапшырылды. Барлыҡ йүнәлештәрҙе финанслау һәм әсәлек капиталын файҙаланыу өсөн 132,7 миллиард һум аҡса йүнәлтелде”, - тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.

Фото: baik-info.ru

https://bashgazet.ru

Ғаиләләр аҡсаны нисек рәсмиләштерә ала?
Ғаиләләр аҡсаны нисек рәсмиләштерә ала?
Автор:
Читайте нас в