Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Август , 19:07

«Мисс Республика-2022» матурлыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында IX «Мисс Республика-2022» матурлыҡ конкурсының финалы уҙҙы. Конкурсҡа бөтәһе 78 ғариза килгән, улар араһынан 20 ҡыҙ ярымфиналға сыҡҡан һәм 10 һылыуҡай ғына финалға еткән.   ты,

«Мисс Республика-2022» матурлыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнде
«Мисс Республика-2022» матурлыҡ конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Финалсылар өсөн дефиле, фотоға төшөү, стилистика, визаж, причёскалар, оратор оҫталығы буйынса оҫталыҡ дәрестәре; фото һәм видеосессиялар ойошторолдо. Финалға әҙерлек барышында «Мисс талант», «Мисс стиль», «Мисс милли һылыуҡай», «Мисс спорт», «Мисс дуҫлыҡ», «Мисс изге йөрәк» этаптары уҙҙы.

Конкурста Анастасия Щеколдина еңеү яуланы. Настя Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡый, уға 20 йәш. Хәҙер ул Рәсәй һәм халыҡ-ара гүзәллек бәйгеләрендә һәм мода фестивалдәрендә Башҡортостан данын яҡларға тейеш.

«Йәш һылыуҡай-2022» исемен Өфөнән 15 йәшлек Анна Байкова алды.

«Беренсе вице-мисс Республика-2022» — Ауырғазы районынан Алина Ризуанова, «Икенсе вице-мисс Республика-2022» — Нуримандан Александр Шемякина.

https://www.bashinform.ru

 

Автор:
Читайте нас в