Республика етәксеһе ошондай боронғо кәшәнәләрҙең бик аҙ булыуына иғтибар итте.
«Был бик матур, — тине Радий Хәбиров, Евразия күсмә цивилизациялар музейы өсөн урында төшөрөлгән видеоматериалдарҙы күрһәтеп. — Бына күрәһегеҙме, һул яҡта ҡаҙыу эштәре бара. Беҙ яңыраҡ ҡына башланыҡ һәм шунда уҡ 15-се быуат ҡәберлектәрен таптыҡ. Яҡшы һаҡланған һөлдәләр буйынса шул замандарҙа йәшәгән кешеләрҙең образдарын, уларҙың типтарын тергеҙергә һөйләштек. Был бик ҡыҙыҡлы, иң мөһиме — ғалимдарға Турахан кәшәнәһенең серҙәрен аңларға мөмкинлек бирә».
Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү ғәйәт ҙур эште күҙ уңында тота, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Унда ғилми үҙәк, мәҙәни-тарихи үҙәк, үҙенең ипподромы менән күңел асыу үҙәге, һөнәрселәр ауылы, шулай уҡ туристик үҙәк ойошторола.
«Яйлап ошо проектты тормошҡа ашырырбыҙ. Тарих үҙе беҙгә ошо урынды күрһәтте», — тине республика етәксеһе.