Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Сентябрь 2022, 10:47

Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?

Исемлек менән сайтта танышырға мөмкин.

Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?
Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеген төҙөнө.

2022 йылда премияға дәғүә итәләр: 

1. БР-ҙың Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы Тамара Юлдашева, «Железный век»,  «Рух көмбәҙе: поэма, шиғырҙар, тәржемәләр», «Һайланма әҫәрҙәр: шиғырҙар, поэмалар» йыйынтыҡтары өсөн;

2. БР-ҙың һәм РФ-тың Яҙыусылар союзы ағзаһы Йәдкәр Бәширов, «Новый взгляд на историю народов Урала и Поволжья», «Великая Башкирия. Народы: этнические корни, формирование и развитие», «Древние башкиры. Исторические сведения», «Кол Гали и о культуре башкирского народа», «Башкорт хан. Ханы средневековья» китаптары өсөн;

3. БР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы Флүр Ғәлимов – «Шайморатов генерал» тарихи романы өсөн;

4. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса советы акзаһы Наилә Сәфәрғолова, «Йөрәк һүҙе» проекты өсөн;

5. «Архтамға» эксперт-проект бюроһы» ойошмаһы генераль директоры Рөстәм Әлибаев, баш инженеры Илфат Аҡтуғанов һәм баш архитекторы Гөлфиә Тажетдинова. «Шүлгәнташ» музей комплексы бинаһының һәм экспозицияһының проекты өсөн;

6. «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш телеоператоры Урал Ғатауллин, «Топик Медиа» ойошмаһы менеджеры Әлфиә Арыҫланова, илебеҙҙең арҙаҡлы кешеләре тураһындағы документаль фильмдары өсөн: «Минең исемем Салауат» (скульптор, педагог, Рәсәй халыҡ рәссамы Салауат Щербаков тураһында), «Һайлап алынған яҙмыш» (Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин хаҡында).

7. Режиссер, йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Бураҡаева, Башдрам актеры Артур Кәбиров, билдәле бейеүсе Рәйес Низаметдинов, «Ат уйнатып алдан бара» спектакле өсөн;

8. БР-ҙың Милли симфоник оркестры генераль директоры Артур Нәзиуллин һәм баш дирижеры Дмитрий Крюков, «Золотые страницы наследия Загира Исмагилова» проекты өсөн.

Ике йылға бер тапҡыр йәмәғәтселектә танылыу алған һәм Башҡортостандың художество мәҙәниәтен байытҡан иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн өс премия бирелә.
 
8 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем киң мәғлүмәт сараларында әҫәрҙәр буйынса фекер алышыу барасаҡ. Лауреаттарҙы бүләкләү 11 октябрҙә – Республика көнөндә үтәсәк.
Башинформ. 
Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?
Салауат Юлаев премияһына кемдәр дәғүә итә?
Автор:
Читайте нас: