Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Сентябрь 2022, 09:52

Өфөлә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы ҡуйыла

Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тыл батырҙары хөрмәтенә ҡуйыла. 

Өфөлә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы ҡуйыла
Өфөлә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы ҡуйыла

20 метр бейеклектәге стела Ағиҙел ярына, Салауат Юлаев проспекты, Сочи һәм Яр буйы урамдары янындағы төҙөкләндерелгән майҙанға урынлаштырыла.

Төҙөлөш-монтаж эштәрен быйыл 30 ноябрҙән дә ҡалмай тамамлау күҙаллана.

Беләһегеҙ, 2020 йылдың 2 июлендә Өфө РФ Президенты указы менән "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" почетлы исеменә лайыҡ булды. Документҡа ярашлы, ҡалала герб төшөрөлгән, указ тексы яҙылған стела ҡуйылырға тейеш.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

https://ye102.ru

Өфөлә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы ҡуйыла
Өфөлә "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһы ҡуйыла
Автор:
Читайте нас: