Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Сентябрь 2022, 11:20

"Ғәскәровсылар" - Луганскиҙа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистарының Луганск ҡалаһындағы сығышы тураһындағы яҙҙы.

"Ғәскәровсылар" - Луганскиҙа
"Ғәскәровсылар" - Луганскиҙа

"Беҙҙең бейеүселәр – “ғәскәровсылар” – герой-ҡала Луганскиҙа 83-сө концерт миҙгелен асты. Луганск халыҡ республикаһында беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре, юлсылар, төҙөүселәр һәм башҡа бик күптәр эшләй. Хәҙер Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары ла унда йәшәгәндәргә күп милләтле Башҡортостандың бер өлөшөн алып килде.

Был символик мәғәнәгә эйә. Рус, башҡорт, мордва, татар, беларус, ҡалмыҡ, коряк бейеүҙәрен алҡышлаған ерҙә нацизмға урын юҡ. Бары тик матурлыҡҡа, дуҫлыҡҡа һәм халыҡтарҙың, мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара ихтирамына урын бар. Шулай булды һәм буласаҡ", - тип яҙҙы республика етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһе.

https://bashgazet.ru

 

"Ғәскәровсылар" - Луганскиҙа
"Ғәскәровсылар" - Луганскиҙа
Автор:
Читайте нас: