+11 °С
Ясна
Конкурс башҡорт милли кейемен танытыу, башҡорт халҡы традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, милли кейемгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсаты менән ойошторола башлағайны.
Башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы июлдә старт алды. Сентябрҙә онлайн форматта һайлап алыу туры үтте һәм 300 оҫтанан 50-һе икенсе турға саҡырылды. Ярыш 5 номинация буйынса үтте. "Башҡорт милли костюмы - реконструкция" номинацияһында Өфөнән Рафаэль Амантаев еңеүсе булды. Уға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. "Балалар кейеме - реконструкция" номинацияһында I урын - Алһыу Кинйәбаеваға бирелде.
Фото: https://culture.bashkortostan.ru
https://yanshishma.com