Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Октябрь 2022, 14:29

Башҡортостан рәссамы өсөн тауыш бирәйек

Башҡорт һылыуы һынландырылған эш өсөн 23 октябргә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Шарттары - яҙмала.

Башҡортостан рәссамы өсөн тауыш бирәйек
Башҡортостан рәссамы өсөн тауыш бирәйек

Волга буйы федераль округында “ФормART” стрит-арт фестивале конкурсы бара. Финалға сыҡҡандар араһында башҡорт рәссамы Артур Мөзипов та бар. Ул Белорет ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһенең тышына “Күскенселәрҙе ҡурсалаусыға” тигән һүрәт төшөргән.

Артурҙың башҡорт һылыуын сағылдырылған эше өсөн тауышығыҙҙы 23 октябргә тиклем бирә алаһығыҙ. Бының өсөн 8(800)3015023 һандарын йыйып шылтыратырға һәм беренсе эште һайларға кәрәк. Бер генә тапҡыр тауыш биреп була һәм ул бушлай.

Конкурс һөҙөмтәләре 2 ноябрҙә formartpfo.ru сайтында онлайн-трансляция мәлендә билдәле буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы Хакимиәте төркөмөндәге видеонан скриншот.

https://bashgazet.ru

 

Башҡортостан рәссамы өсөн тауыш бирәйек
Башҡортостан рәссамы өсөн тауыш бирәйек
Автор:
Читайте нас: