Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Ноябрь 2022, 20:26

«Тарихтың тыуыуы» фильмын ҡабат ҡарай алаһығыҙ

Октябрҙә Өфөлә генерал Шайморатовҡа һәйкәл асылғайны. Ә ул нисек эшләнгән?..

«Тарихтың тыуыуы» фильмын ҡабат ҡарай алаһығыҙ
«Тарихтың тыуыуы» фильмын ҡабат ҡарай алаһығыҙ

Республика көнөндә Башҡортостан халҡы республика тарихында иң матур тарих биттәренең береһе тыуыуына шаһит булды. Өфөлә Совет майҙанында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы булды.

«Тарихтың тыуыуы» фильмында генерал-майор Шайморатов исеменә бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм дәлилдәр күләмле скульптура композицияһын төҙөү мәлдәре менән үрелеп бара. Легендар комдивҡа һәйкәл эшләүҙе тәҡдим иткән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фильмда Рәсәй Геройы тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Режиссер Әлфиә Арыҫланова, композитор Илшат Хәлилов, махсус эффекттар дизайнеры Айрат Өмөтбаев, продюсер Гәүһәр Батталова составындағы ижади төркөм бер нисә тапҡыр скульптура ансамбле төҙөлөп ятҡан Мәскәүгә барып ҡайтты. Тамашасылар пластилинда эскиздың барлыҡҡа килеүен, балсыҡта тәбиғи ҙурлыҡтағы ҡомартҡының төшөрөлөүен, гипс форманың төшөрөлөүен, балсыҡ менән эшкәртеүҙе, һәйкәлдең бронза сағылышын күрәсәк. Төҙөүселәр командаһы, архитектор Константин Донгузов, скульптор Салауат Щербаков тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырасаҡ. Учалы районының Мансур карьерында төшөрөлгән кадрҙар ныҡ тәьҫир итәсәк. Скульптура композицияһын төҙөүҙә нәҡ ошондағы гранит файҙаланылған. Монументаль һәйкәлде һалыуға мең тоннанан ашыу таш тотонолған.

2022 йылдың 29 октябрендә Башҡортостан юлдаш телеканалында «Тарихтың тыуыуы» документаль фильмының премьераһы булды. Өлгөрмәгәндәр 12 ноябрҙә 17 сәғәт 15 минутта Башҡортостан юлдаш телеканалында киноны тағы ҡарай ала.

https://bashgazet.ru

«Тарихтың тыуыуы» фильмын ҡабат ҡарай алаһығыҙ
«Тарихтың тыуыуы» фильмын ҡабат ҡарай алаһығыҙ
Автор:
Читайте нас: