Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ноябрь 2022, 13:54

Аҡмулла сәхнәгә сыға

Спектакль Башҡорт теле көнөнә ҡарата әҙерләнә.

Аҡмулла сәхнәгә сыға
Аҡмулла сәхнәгә сыға

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә ҡарата күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, шиғриәтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған спектакль планлаштырған.

Был хаҡта театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина хәбәр итте. "Сентябрь айында спектаклде ҡуйыусы төркөм театрҙың баш режиссеры Рөстәм Хәкимов етәкселегендә Аҡмулланың тыуған яҡтарына – Миәкә районы Туҡһанбай ауылына сәфәргә сығып, уның музейында, исемен йөрөткән шишмәлә булды, Аҡмулла ижадын, тормошон ныҡлап өйрәнгән шәхестәр менән аралашты.

Театрҙа премьераға әҙерлек эштәре дауам итә. Спектакль өҫтөндә автор – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов, композитор Вәсил Ғафаров, рәссам Рөстәм Баймөхәмәтов һәм ролдәрҙе башҡарасаҡ театр актерҙары эшләй", – тип бәйән итте ул.

Театрға уңышлы премьера теләйек! 

Фото: Милли йәштәр театры.

Аҡмулла сәхнәгә сыға
Аҡмулла сәхнәгә сыға
Автор:
Читайте нас: