Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Ғинуар 2023, 10:37

Фәтих Кәримдең тыуыуына - 114 йыл

9 ғинуарҙа Айыт ауылында патриот-шағирға арналған хәтер кисәһе уҙғарылды. 

Фәтих Кәримдең тыуыуына - 114 йыл
Фәтих Кәримдең тыуыуына - 114 йыл

Был уңайҙан Ф.Кәрим музейында шағирҙың ижадын һөйөүселәр, музей хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Кисә барышында уның үлемһеҙ шиғырҙары яңғыраны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар йырланды. Сара барышында шулай уҡ шиғирҙың өлкән ағаһы Ғабдулла Кәримовты ла телгә алдылар, «Ярлы Карим» псевдонимы аҫтында уның да шиғырҙары донъя күрә. 
Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә СССР һәм ТАССР яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Был осорҙа ул танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин ғәҙел һәм тура һүҙлелеге байтаҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә. Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре («Шакир Шигаев»), ике повесть («Разведчик яҙмалары», «Яҙғы төндә») ижад итә. 

Фото: Ф.Карим муйынан алынды.

svetput.ru

Фәтих Кәримдең тыуыуына - 114 йыл
Фәтих Кәримдең тыуыуына - 114 йыл
Фәтих Кәримдең тыуыуына - 114 йыл
Автор:
Читайте нас: