Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Февраль 2023, 10:08

Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә ала

Быйыл ике тапҡыр күберәк оло йәштәгеләр – 20 меңгә тиклем кеше Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сыға ала.  

Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә ала
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә ала

2019 йылдан республикала “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы эшләй. Был проект махсус рәүештә оло йәштәгеләр өсөн булдырылды, ул пенсионерҙарға бөтә республика буйлап сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ауыл кешеләре Өфөгә килеп, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында була, ә ҡаланыҡылар, киреһенсә, төбәгебеҙҙең иң төпкөл мөйөштәренә барып, милли көнкүреш үҙенсәлектәре менән таныша ала.

Былтыр республика Башлығы Радий Хәбиров программала ҡатнашыусылар һанын һәм сәйәхәт итеү урындарын арттырырға ҡушты. Быйыл финанслау күләменең ике тапҡырға – 48 миллион һумғаса артыуы билдәле булды. Был ике тапҡыр күберәк һандағы оло йәштәгеләрҙе – 20 меңгә тиклем кешене сәйәхәткә йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. 

Проектта ҡанташыу пенсионерҙар өсөн тулыһынса бушлай, ул йылына бер тапҡыр бирелә. Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә, сәйәхәт йүнәлешен, уңайлы маршрут һәм ваҡытты һайларға кәрәк.

Республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған проект ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә лә булышлыҡ итә.

Фото: pravitelstvorb.ru

 #национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә ала
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә ала
Автор:
Читайте нас: