+2 °С
Болотло
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижади коллективы туған телебеҙгә бәйле сюжетҡа ҡоролған ҡыҫҡа видеояҙмалар төшөрә.
Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Авторҙары – Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, “Сируси”, “Кластан тыш дәрес”, “Өс хат” исемле киң танылған фильмдар режиссеры Руслан Юлтаев һәм театрҙың әҙәбиәт бүлеге баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова.
https://bashgazet.ru