Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Март 2023, 16:07

Беҙҙекеләрҙе документаль фильмға төшөргәндәр

Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге Рәсәй гвардияһы ирекле батальоны «Братья» документаль фильмының геройҙары булды.    

Беҙҙекеләрҙе документаль фильмға төшөргәндәр
Беҙҙекеләрҙе документаль фильмға төшөргәндәр

«Был фильм фронтҡа үҙ теләге менән киткән геройҙар – ағай-энеләребеҙ, ирҙәребеҙ, атайҙарыбыҙ, коллегаларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ хаҡында... Көн һайын илдә йөҙәрләгән ябай ир-егет махсус хәрби операцияға барыу теләген әйтеп, ирекмәндәр батальонына яҙылырға килә. Улар кемдәр һәм ни өсөн фронтҡа ынтыла?», – ти фильм авторҙары. Патриотик фильм илебеҙҙең төрлө төбәгендә йәшәгән һәм үҙ ирке менән Тыуған илен яҡлауға баҫҡан ҡыйыу ир-егеттәр тураһында һөйләй.  

«Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!  Беҙ быға шикләнмәйбеҙ!» - тине Рәсәй гвардияһының Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальоны яугиры. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында Рәсәй гвардияһының тәүге ирекле батальоны ойошторолдо.

 Батальон хоҡуҡ һаҡлау ғәскәрҙәре ветерандары башланғысы менән ойошторолдо һәм Башҡортостан Республикаһының милли батыры исемен йөрөтә.

Фото: Т. Аманов

ye102.ru

Беҙҙекеләрҙе документаль фильмға төшөргәндәр
Беҙҙекеләрҙе документаль фильмға төшөргәндәр
Автор:
Читайте нас: