+4 °С
Болотло
Режиссер Алексей Пимановтың тулы метражлы нәфис фильмы тарихи ваҡиғалар һәм дәүләттәрҙең үҙгәреүсән сиктәре фонындағы мөхәббәт хаҡында һөйләй. Төп геройҙар боронғо Мангуп-Кале ҡалаһы эргәһендә осраша һәм бер-береһенә ғашиҡ була. Әммә Ҡырым яҙы ваҡиғалары уларҙың хис-тойғолары, ышаныстары һәм рух көсө өсөн оло һынау булып тора. Был шулай уҡ ысын дуҫлыҡ, иман һәм кешелек намыҫы тураһындағы тарих та.
Кино 17 һәм 18 мартта республика кинотеатрҙарында һәм кинозалдарында түбәндәге теҙмә буйынса планлаштырылған:
- Бәләбәй ҡалаһы, «Мир кино» кинотеатры,
күрһәтеү ваҡыты: 18 март, 12:00;
- Бишбүләк ауылы мәҙәниәт йорто,
күрһәтеү ваҡыты: 18 март, 15:30;
https://bashgazet.ru