Дим буйҙары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Апрель 2023, 22:53

Аҙнайҙар яугирҙе һуңғы юлға оҙатты

"Вагнер" ЧВК-һы һалдаты Ринат Мусин Бахмут (Артемовск) өсөн алышта һәләк булған.

Аҙнайҙар яугирҙе һуңғы юлға оҙатты
Аҙнайҙар яугирҙе һуңғы юлға оҙатты

53 йәшлек Ринат Нуриәхмәт улы Мусин декабрь айында үҙ теләге менән СВО-ға алынған. "Вагнер" шәхси хәрби компанияһы батальоны составында хеҙмәт иткән. 1 мартта Артемовск ҡалаһы өсөн алышта һәләк булған.

Бөгөн, йәғни 1 апрелдә ауылдаштары уны хөрмәтләп, һуңғы юлға оҙатты. Матәм сараһында муниципаль район хакимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙең туғандары, яҡындары, класташтары һәм яҡташтары ҡатнашты.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Аҙнайҙар яугирҙе һуңғы юлға оҙатты
Аҙнайҙар яугирҙе һуңғы юлға оҙатты
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: