Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Апрель 2023, 15:33

Балаҫ һуғыу оҫталары Әлшәйгә йыйылды

Раевкала “Быуаттарҙы быуатҡа бәйләп” республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы үтте. 

Балаҫ һуғыу оҫталары Әлшәйгә йыйылды
Балаҫ һуғыу оҫталары Әлшәйгә йыйылды

Тәүге тапҡыр был конкурс Әлшәй ерендә 2010 йылда ойошторола, хәҙер инде уны үткәреү күркәм йолаға әүерелгән. Байрамға Салауат һәм Бөрө ҡалаһынан, шулай уҡ  республиканың төрлө төбәгенән - Архангел, Бишбүләк, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Ишембай, Йылайыр, Миәкә,  Мәсетле башҡа төбәктәрҙән барлығы 50-ләп балаҫ оҫтаһы йыйылды. Бынан тыш, байрамға йыр-моң һөйөүсе төрлө ижади коллективтар килгәйне, халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебен өйрәнергә теләүсе йәш быуын, студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.  

Балаҫ һуғыу - әлшәйҙәрҙең бренды, тип әйтергә була. Дим төбәгендә йәшәүсе оҫталар балаҫ һуғыуҙың традицион үҙенсәлектәрен һаҡлап килә. Күргәҙмәгә эленгән балаҫтар күҙ ҡа­маштырырлыҡ ине. Һәр балаҫтың үҙ биҙәге, үҙ йәме, һуғыу ҡорамал­дарының да ҙуры, өҫтәлгә ҡуйып эшләй торғаны килтерелгән. Фестивалдең йөҙөк ҡашы – аҫалы балаҫтар һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Урындағы фольклор коллективтары нәҡ боронғоса балаҫ һуғыуға әҙерлек барышын күрһәтте: һарыҡ йөнө ҡырҡыу, йөн тетеү һәм аялау, һуғыу..

Шуныһы ҡыуаныслы: был шөғөл менән ҡыҙыҡһы­ныусылар, өйрәнергә теләү­селәр йылдан-йыл арта бара. Ҡаныҡай ауылынан да был сарала балаҫ һуғыу оҫталары Мәрйәм Хәкимова һәм Светлана Хәйруллина ҡатнашты. Башҡорт милли күлдәген кейеп, ҡашмауҙары, тәңкәләре менән әллә ҡайҙан балҡып станок артында ултырған оҫталарҙың эштәре менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. Был эштең нескәлектәренә төшөнөп, дәртләнеп балаҫ һуғыуға тотонған ауылдаштарымдың тиҙҙән ижад емештәрен дә күрербеҙ әле.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Балаҫ һуғыу оҫталары Әлшәйгә йыйылды
Балаҫ һуғыу оҫталары Әлшәйгә йыйылды
Балаҫ һуғыу оҫталары Әлшәйгә йыйылды
Балаҫ һуғыу оҫталары Әлшәйгә йыйылды
Балаҫ һуғыу оҫталары Әлшәйгә йыйылды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: